Республикала «Яңы заман өсөн көслө идеялар» федераль форумына ғариза ҡабул итеү тамамлана

Ғаризаны Идея крауд майҙансығында бирергә мөмкин. Ил үҫешенә ҡағылышлы проектын майҙансыҡта теләгән һәр кем тәҡдим итә ала. Идея авторҙары 5 миллион һум аҡса аласаҡ ун финалист иҫәбенә, йәки миллион аласаҡ илле кеше исемлегенә индерелә. Иң яҡшы идеялар федераль һәм төбәк кимәлендә хуплау таба. Форумды йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙең исемдәрен иғлан итеү 28-29 июндә үтә.

Башҡортостандан тәҡдим ителгән идеяларға эксперттар иғтибар итһен ине тип теләйем, ғаризалар рейтингы комментарийҙарҙан да үҫә. Проекттар майҙансыҡта тулыһынса эшләнә, тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләнә. )

Айгөл Хәбибрахманова, «Минең бизнесым» үҙәге етәксеһе, Башҡортостанда «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы координаторы

Башҡортостан ғаризалар һаны буйынса лидер. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ эшҡыуары үҙенең 30 башланғысын баҫтырып сығарған. Уның проекттарының береһе оҙаҡ һаҡланыусы аҙыҡ-түлеккә ҡағыла. Эшҡыуар әсетке һәм өҫтәмәләрһеҙ генә, шытып сыҡҡан бойҙайҙан оҙаҡ ваҡыт иҫкереп,күгәрмәй торған икмәк бешерергә теләй.

Был форумға саҡырҙылар, сөнки минең күп фәнни эҙләнеүҙәрем, идеяларым тормошта ҡулланыла. Артабан да проекттарымды ғәмәләгә ашырыу йүнәлешендә эшләйәсәкмен.

Олег Михайлов, эшҡыуар