Унда республика дөйөм белем биреү учреждениеларынан бишәр кешенән торған 14 команда ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге этап он-лайн форматта ойошторолһа, икенсеһендә иң күп бал йыйған командалар финалға үткән.
10-сы класс уҡыусылары өсөн Арктика мираҫы буйынса викторина үткәрелде. Уйын биш раундтан торҙо. Һәр бүлектә конкурсанттар 7 һорауға тәғәйен ваҡыт эсендә яуап биреп өлгөрөргә тейеш ине. Еңеүселәргә сертификаттар, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Яҡшы белем һәм һөҙөмтә күрһәткән команда Арктикаға сәйәхәткә юлланасаҡ. Улар Мурманск ҡалаһына автомобиль юлы менән барып етеп, Баренц диңгеҙен, Төньяҡ Боҙло океанды һәм Ленин боҙватҡысын барып күрәсәк. Иң мөһиме конкурстанттар Милли музей , Валерьян Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына экскурсияларға барасаҡ.