1 июндән Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана

Быйыл 148 урында пляж асыу күҙаллана. Бының өсөн муниципалитеттар, йә шәхси эшҡыуарҙар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы системаһына декларация тапшырырға тейеш. Унда милексе һыуға, ергә анализ уҙғарылыуын, йылға-күл төптәре сүп-сарҙан таҙартылыуын иҫбатлай.

Бөгөнгә программала 105 декларация теркәлгән, уларҙың күбеһенә ыңғай һөҙөмтә бирелгән. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан пляждарҙың локацияһы билдәләнгән интерактив карта ла булдырылған. Белгестәр республикала йәшәүселәрҙе һыу инеү өсөн хәүефһеҙ урындарҙы ғына һайларға саҡыра. Улар тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, тикшерелгән булырға тейеш.