Өфөнөң Достоевский урамы, 134 -се йорт адресы буйынса йәшәүсе граждандар февралдән ошондай мөмкинлек менән файҙалана. Был йорт эргәһендә идарасы компания сүп контейнерҙары майҙансығын дәүләт стандарттары буйынса йыһазландырып ныҡлы фундаментҡа урынлаштырған. Ҡала хакимиәте был осраҡта күп фатирлы йортта йәшәүселәргә сүпте айырып йыйыу өсөн өҫтәмә рәүештә бушлай өс контейнер бүлгән. Күп фатирлы йорттағы 200 фатирҙа 700-ҙән ашыу кеше йәшәй.