27 майҙа Өфөнән Сочиға ике ҡатлы заманса поезд йөрөй башлай

Был турала Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе.

Күсмә составҡа 16 уңайлы вагон инә. Поезда хәүефһеҙлекте контролдә тотоу, элемтә һәм микроклиматты һаҡлау системалары менән йыһазландырылған. Һәр купела мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн розеткалар ҡаралған.

Әлегә 600-гә яҡын билет һатылған. Тимер юлсылар йыл аҙағына тиклем маршрут буйынса 30 мең пассажирҙы хеҙмәтләндерергә ниәтләй. Заманса хәрәкәт итеүсе сосав Башҡортостан менән Рәсәй тимер юлдары араһында быға тиклем өлгәшелгән килешеүҙәр сиктәрендә барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров республиканың Рәсәй тимер юлдары менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелегенә юғары баһа бирҙе.

Яҡтар шулай уҡ Өфө вокзал комплексын яңыртыу барышына ла туҡталды. Реконструкция программаһы Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Вокзал бинаһында автомат һаҡлау камералары ҡуйылған, заманса көтөү залдары һәм балалар өсөн уйын зонаһы йыһазландырылған. 2022 йылда ҙур һорау менән файҙаланған бизнес-зал асылған. Осрашыуҙа төҙөкләндереүҙең киләһе этабы сиктәрендә башҡарыласаҡ эштәр, ҡала яны бәйләнешен үҫтереү, республика муниципалитеттарында вокзалдар инфраструктураһын нығытыу һәм Өфө балалар тимер юлын яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде.