Төбәк әһәмиәтендәге 5 тарихи объектты берләштергән майҙан ваҡиғалы туризм сиктәрендә биләмәгә ҡунаҡтар йәлеп итеү маҡсатында тәртипкә килтерелә. Әммә музей хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ Ҡыҙылъярҙа тимер ҡаҙыусылар эшмәкәрлегенә зарлана. Улар ҡиммәтле табыштарҙы үҙләштереп тарихи мәғлүмәтте туплауға ҡамасаулай. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Тимер ҡаҙыусылар менән көрәш алып барған Дмитрий Зөбәйеровтың ғулында сираттағы ҡаҙыу эштәренән һуң тороп ҡалған әйберҙәр. Ҡыҙылъяр ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, тимер эҙләүселәр сереп тутыҡҡан деталдәрҙе ташлап киткән, сөнки уларһың хаҡы юҡ, арзан.
Ҡыҙылъяр ауылы хакимиәте башлығы тимер эҙләүселәргә ҡарата законды камиллаштырып, язаны ҡәтғиләштереү кәрәклеген билдәләй. Бында табылған ҡомартҡылар ауылда асыласаҡ музейға тапшырылырға тейеш тигән фекерҙә йәмәғәт эшмәкәре. Әлегә ул урындағы халыҡ тапшырған ҡиммәтле тәңкәләрҙе, миҙалдарҙы үҙендә һаҡлай.
Өфө районы Ағиҙел яры буйында урынлашҡан ауыл тарихи ваҡиғаларға бай, шуға ла урындағы халыҡ мәғлүмәтте һәм археология ҡомартҡыларын һаҡлау өҫтөндә эш алып бара. 1919 йылдағы бәрелештәрҙә яраланған легендар комдив Василий Чапаев Ҡыҙыльярҙа йәшәгән. Бында уның исемен йөрөткән йорт-музей бар. Бынан тыш, рус тарихи-мәҙәни үҙәге лә Ҡыҙылъяр төҙөкләндерелгән этнопаркка әйләнер тип көтөлә.
Рус халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли үҙенсәлектәрен һаҡлаған этнопарк урындағы халыҡтың ғына түгел, төрлө милләтле ҡунаҡтарҙың яратҡан ял урыны булыр тип күҙаллана. Этнопарк бер нисә быуат элек нигеҙ һалынған объекттарҙы үҙ эсенә ала.
Ҡыҙылъяр этнопаркының үҫеше тарихты һаҡлау һәм туристарҙы йәлеп итеү менән генә сикләнмәй. Биләмә үҫешкән осраҡта бында экскурсиялар ойоштороу, ҡунаҡхана төҙөү, белгестәр йәлеп итеү ҡарала. Ваҡиғалы туризм ауылда яңы эш урындарын булдырыуға булышлыҡ итәсәк.
Флорида Ким