Ул - Рауил Ғәфүров, 2023 йылдағы һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһе. Рауил Фрикс улының 30 йылға яҡын ғүмере ошо медицина учреждениеһы менән бәйле, ул төрлө тән йәрәхәттәре алған балаларға операциялар яһай. Билдәле табип менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Рауил Ғәфүров балаларҙың һүрәттәренән, ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойоштора алыр ине. Был ижад емештәре барыһы ла оло рәхмәт тойғоһо менән һуғарылған. Ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн. Рауил Ғәфүров 30 йылға яҡын кескәй пациенттарға операциялар яһай. Йорттоң 9-сы ҡатынан йығылып төшкәндәрҙе лә, юл фажиғәһенә осрағандарҙы ла ҡабул итергә тура килә. Ҡайһы берҙә элек операция яһаған пациенттарың балалары ла килеп эләгә, ти табип.
5 йәшлек Камилә тыуған көнөн дауахана койкаһында ҡаршы алырмын тип уйламай. Әммә бәлә көтмәгәндә килә. Камиләнең әсәһе Светлана әйтеүенсә, бәхеткә күрә, улар тәжрибәле табиптар ҡулына килеп эләгә. Операция уңышлы үтә. Дауахана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ, улар яҡты йөҙө, йыл һүҙе менән дә дауалай, ти Светлана Низамова.
Рауил Ғәфүров быйыл Республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулай. Медицина учреждениеһы етәкселеге әйтеүенсә, был оҙайлы йылдар дауамындағы фиҙаҡәр хеҙмәт емеше. Рауил Фрикс улы ғүмере буйы Гиппократ антына тоғро ҡала. Икенсенән, уның йөрәгендә кескәй пациенттарға һөйөү йәшәй. Сөнки балалар табибына педагог та, психолог та булырға тура килә.
Йылдар дауамында эш шарттары үҙгәрә, элек ҡулланма материалдарҙы линейка менән үлсәргә, һанап ултырырға тура килһә, хәҙер заман технологиялары файҙаланыла, бар үлсәмдәрҙе махсус программа иҫәпләй. Әммә операцияның уңышы тәү сиратта алтын ҡуллы, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған табипҡа бәйле. Тап Рауил Ғәфүров һымаҡ табиптар медицинаның йөҙөн билдәләй.
Рәмзиә Кәримова