Бөгөн һуңғы ҡыңғырау вальсының репетицияһы үтте. Вальс әйләнеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.
Әлегә улар джинсы салбарҙа, кроссовкиҙа. Бер нисә көндән мәктәп формаһын кейгән 4500 сығарылыш класс уҡыусыһы Ҡала вальсында ҡатнашасаҡ. Репетициялар ай буйы барған, ҡала был сараға ярты йылға яҡын әҙерләнгән.
Игорь менән Айгөлгә иһә вальс бейеү икеләтә ҡатмарлы. Айгөл сәләмәтле буйынса коляскала, ә Игорь 10-сы класс уҡыусыһы. Тормоштағы ҡаршылыҡтарҙы еңеп йәшәргә өйрәнгән ҡыҙға был кәртә түгел. Класташ егеттәре менән ҡыҙҙар парлашып бөткәс, дуҫын вальс бейергә саҡырған.
Баш ҡаланың Ватан этнопаркында дөйөм ҡала вальсы сараһы икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Бында Өфөнөң ете районынан сығарылыш класс уҡыусылары йыйыла.
22 майҙа һуңғы ҡыңғырау вальсына бәйле Мәжит Ғафури һәм Зәки Вәлиди урамдары өлөшләтә ябыла.
Рәмилә Исмәғилева