Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡазанда халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнаша

Төркөмдө Радий Хәбиров етәкләй, тип  яҙа хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, уҙған йылда Башҡортостан 23 ислам дәүләте менән сауҙа иткән. Республиканың дөйөм тауар әйләнешенең 25 проценты уларға тура килә. Форумда Башҡортостандың инвестиция, сәнәғәт, сауҙа мөмкинлектәре менән таныштырыу көтөлә, - тине ул. Форум бөгөн башлана һәм ике көн дауам итә.