Башҡортостан юғары уҡыу йорттары Рәсәй университеттары рейтингында алдынғы урындар алды

RAEX агентлығы белем биреү йүнәлештәре буйынса исемлек әҙерләгән. Өфө дәүләт нефть-техник университеты 8 өлкәлә лидер булараҡ иҫәпләнә. Өфө фән һәм технологиялар университеты авиация һәм ракета-йыһан техникаһы, география, сит телдәр, тарих буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Медицина һәм аграр университеттары ла үҙ йүнәлештәрендә юғары урындар алған. Исемлектә 42 төбәктән 164 вуз күрһәтелгән.