Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған гуманитар ылау тәғәйен урынға барып еткән

Алғы һыҙыҡҡа машиналар, кейем-һалым,  медицина кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек ебәрелгән. Ярҙам туплауҙа Башҡортостан халҡы, ойошма һәм предприятиелар ҡатнаша. Яңауылдар ҙа яугирҙәрен даими хәстәрләй. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов гуманитар колоннаны оҙатып барыусыларҙың береһе. “Беҙ мобилизацияланған һәм ирекле батальондарҙа хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға улар һораған әйберҙәрҙе килтерҙек”, - ти ул. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Рәсәй Ҡораллы көстәре нацистарға ҡаршы көрәшә. Яу яланында сит дәүләттәрҙән ялланған хәрбиҙәр күп. “Әле халҡыбыҙға берҙәм булыу һәм алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеү мөһим”, - тигән фекерҙә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Өфөнән хәрби күнекмә урынына артиллерия дивизионы оҙатыла.