Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ремонтланырға тейешле юлдар халыҡтан мөрәжәғәттәр һанына ҡарап билдәләнгән. Уларҙы "Инцидент-менеджмент" теркәй. Быйыл республикала 16 муниципалитетта 181 километр юл тәртипкә килтерелә. Эштәр октябрҙә тамамланырға тейеш.