Баймаҡ ҡалаһының Никах йортонда 50 йыл бергә йәшәгән парҙар тәбрикләнде

Ярты быуат ғүмерҙәрен иңгә-иң терәп ғүмер юлы үткән ғаиләләрҙең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Бынан илле йыл элек мәңге бергә булырға тигән анттарына тоғро ҡалып, һикәлтәле тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үткән, бөгөнгө көндә балаларын үҙ аллы тормош юлына баҫтырып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйгән дүрт пар Риза менән Фәрзәнә Туйсиндар, Рәсим менән Гүзәл Әбдрәшитовтар, Михаил һәм Галина Крыловтар, Булат һәм Зәлифә Мостафиндар республика башлығының, район хакимиәтенең һәм яҡындарының ҡотлауҙарын ҡабул итте.

Һәр бер юбиляр ғаилә район һәм ҡала үҫешенә тос өлөш индергән.Рәсим һәм Гүзәл Әбдрәшитовтар Юлыҡ мәктәбендә осрашып ҡауышҡас Баймаҡ ҡалаһына күсеп килә, өс балаға ғүмер бирәләр.Рәсим Әнүәр улы ҡаланың 105 ‐се һөнәрселек училищеһында уҡыта, директор вазифаһын башҡара ә Гүзәл Ҡасим ҡыҙы 20 йылдан ашыу ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы булып эшләй. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан кәртә тултырып мал ‐тыуар аҫрайҙар, гөрләтеп баҡса үҫтерәләр.

Тиң‐тигеҙ ғүмер кисереүҙең сере нимәлә‐ тигән һорауға был күркәм ғаиләләр бер‐береңде ихтирам итеүҙә тип яуапланы.Ысынлап та кешенең иң яҡшы сифаттарының береһе ихтирамлы булыу ғаиләлә татыулыҡ һәм мөхәббәттә йәшәтә.

Раушания Рәхимова