Яҡташтарыбыҙ Өфөнөң Совет майҙанынан, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янынан ҡуҙғалды. Яугирҙарҙы алыҫ юлға оҙатырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡтар-ведомстволар етәкселәре, туғандары, яҡындары килде. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Өфөнөң Совет майҙанында иртәнән йәнлелек, хәрби марштар яңғырай, егеттәр тигеҙ сафтарҙа үтә. Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле эргәһенән бөгөн Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизияһы юлға сыға. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров егеттәргә изге теләктәрен еткереп, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреләсәген белдерҙе.
Артиллерия дивизияһына тап Мөғин Нагаев исеме бирелеүе осраҡлы түгел. Мөғин Кәрим улы данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны. Һуғыштың беренсе көнөнән Бөйөк Еңеүгә тиклем юл үткән, тыныс тормошта 102 йәшкә тиклем ғүмер кисергән ҡаһарман яугир. Башҡортостостан халҡы Мөғин Нагаевтың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай, ветерандың исемен Өфөлә мәктәп, сквер йөрөтә.
Батыр яҡташыбыҙҙың исеменә тап төшөрмәҫбеҙ, хәрби бурысыбыҙҙы лайыҡлы үтәрбеҙ, ти дивизия егеттәре.
Яугирҙарҙың яҡындарының теләге бер- егеттәргә тулы составта әйләнеп ҡайтырға, ошо майҙанда иҫән-һау осрашырға яҙһын.
Егеттәрҙең кәйефе көр, теләктәре изге. Улар барыһы ла үҙҙәренең иңендә ятҡан бурысты яҡшы аңлай. Илдең тыныс, имен киләсәге улар ҡулында.
Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизияһы парадтан һуң хәрби күнекмәләр полигонына юлланды. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа китер алдынан физик әҙерлеген нығытасаҡ. Республика башлығы егеттәргә хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәп иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Рәмзиә Кәримова