Башҡортостан яугирҙары өр-яңы Урал автомобилдәре менән тәьмин ителде

15 йөк машинаһы Салауат Юлаев батальоны хәрбиҙәренә оҙатыла. Бөгөн уларға техника асҡыстарын Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы.

Яңы ғына конвейерҙан сыҡҡан Уралдарҙы хәрби ҡулланышҡа яраҡлаштырып тораһы түгел. Улар ауыр шарттарҙа ла үҙен яҡшы күрһәтә. Үтемле, ҡеүәтле, яғыулыҡты ла сағыштырмаса аҙ сарыф итә. Яугирҙар өсөн улар алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Йөк машиналарын төрлө маҡсатта ҡулланырға мөмкин, ти Салауат Юлаев батальонының йәмәғәт штабы етәксеһе.

«Урал»дарҙы беҙ шәхси составты, атыу кәрәк-яраҡтары, орудиеларҙы, аҙыҡ-түлек ташыу өсөн дә ҡуллана алабыҙ. Яуҙа техника тиҙ таушала. Бөгөн улар бар, ә иртәгә булмауы ихтимал. Шуға күрә бик ваҡытлы һәм урынлы бүләк. Республика етәкселегенә, халҡына ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.

Ирек Бикташев, Салауат Юлаев батальонының йәмәғәт штабы етәксеһе

Республика үҙ хәрби формированиеларын яҡшы хәстәрләй. Салауат Юлаев батальоны ла хәрби операцияға юлланғанда техника һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителде. Әммә бәрелештәр барған ерҙә һәр техника ла тиҙ бөтә торған материал. Шуға күрә автомобилдәргә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса хәрбиҙәргә махсус техника тапшырабыҙ. Был автомобилдәрҙе алыуға республика етәкселеге, сәнәғәт өлкәһе предприятиелары, меценаттар үҙ өлөшөн индерҙе. Хәрбиҙәр алдына ҡуйылған бурысты үтәү, яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн был техника бик кәрәк.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе