Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында Милли һөнәри оҫталыҡ конкурсының беренсе этабы үтте. Конкурс сиктәрендә «Эшсе һөнәрҙәрҙең үҫеш перспективалары» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу маҡсатын ҡуйған сара хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Республикала «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла, төҙөлөш тармағы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә лә етди иғтибар бүленә. «Төҙөлөш оҫтаһы» конкурсында ҡатнашыусылар «Каркас конструкцияларҙы ҡорауҙа иң яҡшы оҫта» һәм «Иң яҡшы штукатурсы» номинацияларында көс һынашты. Быйылдан конкурсҡа студенттар ҙа йәлеп ителгән. Конкурсанттарҙың теоретик белеме 15 һорауҙан торған тест ярҙамында тикшерелде.
Был зал штукатурсылар конкурсы өсөн махсус йыһазландырылған. Милли һөнәри оҫталыҡ конкурсында республика ойошмаларында төҙөүсе һөнәре буйынса эшләүсе иң яҡшы вәкилдәр ҡатнаша. Улар араһында Өфөнән төҙөүсе Гөлфиә Шәкүрова ла бар. Төҙөлөштә тиҫтә йылға яҡын тәжрибәһе булған белгес, «Иң яҡшы штукатурсы» исемен яулау өсөн көрәшә.
Данил Латипов Октябрьский һөнәрселек колледжы студенты. Ул каркас ҡаплау конкурсында беренсегә ҡатнаша.Тырыш һәм үҙенә талапсан егеттең маҡсаты бер нәмәгә ҡарамай еңеү яулау.
Конкурста Руслан Ғәлиәхмәтов, Рөстәм Ғәниев кеүек тәжрибәле каркас конструкциялары ҡораусылары ла ҡатнаша. Артабан еңеүселәр октябрҙә Санкт-Петербургта үтәсәк ил күләмендәге ярышта ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ.
«Төҙөлөш оҫтаһы» конкурсы сиктәрендә «Эшсе һөнәрҙәрҙең үҫеш перспективалары, йәштәр араһында төҙөүсе һөнәрен популярлаштырыу» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар тере аралашыу барышында төҙөлөш тармағына кадрҙар әҙерләүҙә ҡыҙыҡлы идеялар һәм тәҡдимдәр индерҙе, йәштәрҙе студент эскәмйәһенән үк һөнәри үҫешкә дәртләндереү мәсьәләләренә туҡталды.
Каркас конструкциялар ҡораусылар ярышы 2-се йыл рәттән үткәрелә. Быйыл был конкурста 4 профессионал һәм 5 студент ҡатнашты. Конкурсанттар алдында 4 сәғәт эсендә өс өлөштән торған каркасты күтәреп ҡорау һәм һуңынан декоратив штукатурка эштәрен башҡарыу бурысы ҡуйылды.
Гүзәл Борханова