«Йәшлек» гәзите 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Иҫтәлекле дата уңайынан редакцияла төрлө йылдарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр, ҡәләм оҫталары йыйылды. Республикалағы төп баҫмаларҙың береһе тәү сиратта әүҙем йәштәргә тәғәйенләнгән, әммә гәзитте тиҫтәләгән йылдар дауамында олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡый.

Әле «Йәшлек» башҡорт баҫмалары араһында матбуғатҡа яҙылыу буйынса тәүге урынды биләй, уның тиражы - 8 мең данаға яҡын. Яҙма баҫмаларға ихтыяж юғары булған дәүерҙә был һандар 45 меңгә тиклем еткән.

«Йәшлек» гәзите киң мәғлүмәт саралары конкурстарында призлы урындар яулаған, заман талаптары буйынса үҫешкән гәзиттәрҙең береһе. Журналистар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр интернет аудиторияһы өсөн байтаҡ яҙмалар әҙерләй. Гәҙит уҡыусылары интернет-порталы, социаль селтәрҙәге төркөмдәр аша мөһим мәғлүмәт туплай.