Зөһрә Рәхмәтуллина: "Пионер ойошмаһы илһөйәрҙәр тәрбиәләне"

“Пионер ойошмаһы беҙҙең йөрәктә. Ул беҙҙе янып йәшәргә, эшкә, уҡыуға һәр ваҡыт әҙер торорға өйрәтте. Беҙҙе сыныҡтырҙы һәм сәмләндерҙе”. Совет осоро пионерҙары ошондай фекерҙә. Пионерия ойошмаһының тыуған көнөндә күптәр социаль селтәрҙә фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша, иҫтәлектәр ҡалдыра.  “Пионер сафына инеү, ҡыҙыл галстук тағып йөрөү ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ ине”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуы Пионерия көнөнә арнала. Әңгәмә 18 сәғәт 15 минутта башлана. Тура эфир телефоны: 8 (347) 285-77-85.