Махсус хәрби операция зонаһына сираттағы гуманитар ылау юлланды

Гуманитар колонна тиҫтәнән ашыу йөк автомобилен үҙ эсенә ала. Ылауға алғы һыҙыҡтағылар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр тупланған, техника саралары, төҙөлөш материалдары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек. Ойоштороусылар әйтеүенсә, гуманитар йөк һәр ваҡыт егетттәрҙең теләген иҫәпкә алып йыйыла. Ҡышҡы осорҙан айырмалы әле йылы кейемдәргә ихтыяж юҡ, әммә көн йылынған аҙыҡ-түлек тиҙ боҙола, Шуға күрә яугирҙар өсөн һыуытҡыстар алынған. 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө, ошо уңайҙан балалар учреждениелары өсөн бүләктәр әҙерләнгән.

Гуманитар колонна составында муниципаль берәмек етәкселәре лә, штаб вәкилдәре лә бара. Улар яҡташтарыбыҙға Башҡортостан предприятиелары, халыҡ һәм яҡындары тарафынан әҙерләнгән күстәнәстәрҙе тапшырырға, бер юлы уларҙың хәлен белергә ниәтләй. Тап ошо осрашыуҙар ваҡытында улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы, ғаиләләренә ниндәй ярҙам кәрәклеген еткерә. Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон штабынан Алмаз Юлбарыҫов гуманитар колонна составында бишенсе тапҡыр бара. Был юлы яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр «Юлдаш» мәғлүмәт йыр-моң каналының Белорет районы Манышты ауылында үткән хәйриә концертынан йыйылған аҡсаға алынған.