Селекция эшен алып барыуға - 25 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы

Башҡорт дәүләт аграр университеты Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан бүленгән аҡсаға ҡеүәтле техника һәм ҡорамалдарҙы яңыртҡан. Юғары уҡыу йорто селекция йүнәлеше буйынса «Ауыл хужалығын үҫтереү» федераль ғилми-техник программаға ла индерелгән. Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә малсылыҡ һәм үҫемлекселек өсөн мөһим технологик проект менән сығыш яһай.

Һуңғы биш йыл эсендә генә вуз ғалимдары көсө менән яңы сорттар буйынса ун ике патент алынған. Әле тиҙәйтелгән селекцияға баҫым яһала, ген маркерҙары базаһын булдырыу буйынса эш алып барыла.

Юғары уҡыу йорто ғалимдары биш йыл һайын яңы сорт булдырыу йүнәлешендә эшләй. Ауыл хужалығы культураларының уңдырышлығын арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Картуфҡа килгәндә, яңыраҡ «Агата» һәм «Ирәндек» тип исемләнгән сорттарға патент алынған. Тикшеренеүҙәр барышында пробиркалағы үҫентеләр лаборатория шарттарынан яланға күсереп ултыртыла.