Йылдан-йыл үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр арта. Был юлы Шаран, Мишкә һәм Туймазы райондарынан 450 атлет ҡатнашты. Улар йәшенә ҡарап, төрлө дистанцияға йүгерҙе. Традицион кросс Башҡортостан халҡының сәләмәтлеген нығытыу, спорт менән даими шөғөлләнеү, ауыл ерендә еңел атлетиканы һәм балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сарала ҡатнашыусы һәр спортсы Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фондынан иҫтәлекле бүләк алды. Еңеүселәргә дипломдар, кубоктар, миҙалдар һәм ҡиммәтле приздар тапшырылды.