Башҡортостан хужалыҡтары быйыл 4 айҙа 900-ҙән ашыу техника һатып алған

Бының өсөн 4 миллиард 100 миллион һум тотонолған. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, тракторҙар, комбайн, сәскес, тупраҡ эшкәртеү машиналары ҡайтарылған. Хужалыҡтар “Росагролизинг” компанияһының льготалы программалары менән дә файҙалана. Был йүнәлештә 147 берәмек техника алынған.