Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡазанда халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнаша

Сара Рәсәй һәм ислам илдәре араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға арналған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был илдәр менән тәү сиратта иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлеге бар. Беҙгә яңы баҙарҙар, инвестиция һалыу өсөн яңы йүнәлештәр кәрәк. Сит илдәрҙән дә инвестиция булырға тейеш. - Сауҙа итергә теләк бар. Әммә  логистика, иҫәпләшеү системаһы яйға һалынмаһа хеҙмәттәшлек итеү еңел түгел. Шулай уҡ гуманитар, мәҙәни һәм социаль  өлкәләрҙә  хеҙмәттәшлекте  нығытасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.