"Ватан һаҡсылары" дәүләт фондының республика филиалы хеҙмәткәрҙәре өсөн курстар ойошторолдо. 40 район һәм ҡала вәкилдәре квалификацияһын яҡшыртты. Төбәк фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, социаль координаторҙар махсус операция ветерандары, уларҙың һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән эшләй. Был бурысты һөҙөмтәле башҡарырға кәрәк, ти ул.