160-сы лицей балаларында патриотик рух көслө

“Беҙ балаларҙы патриот һәм герой Мөғин Нагаев өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ”. Легендар шайморатовсы исемен йөрөткән Өфөнөң 160-сы лицейы директоры урынбаҫары Рәсимә Кәримова шулай тип белдерҙе. Мөғин Нагаев Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Танктарға ҡаршы батарея взводы командиры була. Яугир һуғышта бер тапҡыр ҙа яраланмай. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Әммә батыр һалдатҡа Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендары тапшырыла. Республикала Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы булдырылды. Ир-егеттәр хәрби күнекмә урынына оҙатылды. “Бөгөнгө хәрбиҙәр ҡаһарман быуындың юлын дауам итә”, - ти Рәсимә Кәримова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт