Баш ҡаланың үҙәгендә мышылар йөрөгән

Такси водителе Эдуард Әсәҙуллин Өфөнөң Дәүләткилдиев бульварында ике ҡырағай хайуанға тап булған. Мышылар таңғы сәғәт биш тирәһендә «Планета» сауҙа- күңел асыу үҙәге эргәһендә йөрөгән. Ир уларҙы яҡындағы урманға табан йүнәлтергә ҡарар итә. Видеоны водитель социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйған.