Баймаҡта Башҡортостан буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара күсмә комиссия ултырышы үтте. Бер нисә ауылда уҙған граждандар сходында бөгөнгө хәлгә аныҡлыҡ индерелде, халыҡ үҙ позицияһын еткерҙе, күптәрҙе борсоған социаль һорауҙарҙы хәл итеү мөһимлегенә иғтибар йүнәлтелде.
Граждандар сходына Темәс һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүселәр йыйылды. Төп мәсьәлә - ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. Баймаҡ ере тәбиғәт ресурстарына бай, улар менән намыҫһыҙ эшҡыуарҙар варварҙарса тупаҫ, ҡырағайҙарса эш итте. Законһыҙ эшмәкәрлекте туҡтатыу маҡсатында ике йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ведомство-ара комиссия булдырыу башланғысы менән сыҡты. Төбәк етәксеһе Указына ярашлы, хәҙер уны Азат Бадранов урынына Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов етәкләй.
Комиссия етәкселеге билдәләүенсә, даими эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы берҙә мәғлүмәт вакуумы барлыҡҡа килә. Урындағы халыҡ араһында ла дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт тарала. Һәм был өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе боҙоп күрһәтә. Ведомство-ара комиссия Урал аръяғын федераль бюджет иҫәбенә геологик яҡтан өйрәнеләсәк ер аҫты участкалары исемлегенә индергән. Шуға күрә быйылдан коммерция нигеҙендәге предприятиеларҙы өйрәнеүгә мораторий иғлан ителә. Тимәк, законһыҙ ер эшкәртеүҙәр ҙә булмаясаҡ. Граждандар сходында ошо турала аңлаттылар.
Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусыларға ҡарата халыҡтың кире мөнәсәбәте уҙған йылдар тәжрибәһенә нигеҙләнгән. Компаниялар республика биләмәһенә инеп, лицензия шарттары менән иҫәпләшмәй, бер ниндәй яуаплылыҡһыҙ тәбиғәт ресурстары менән файҙаланды. Бөгөн иһә быға нөктә ҡуйылды. Былтыр ведомство-ара компания «Альтинвест», «Таналыҡ», «Ирәмәлбашресурс» компаниялары эшмәкәрлеген туҡтатты. Суд ҡарары буйынса улар тәбиғәткә килтерелгән зыян өсөн йөҙҙәрсә миллион һум штраф түләргә тейеш. Хәҙер «Графское» һәм «Алтын юл» предприятиелары лицензияларын ваҡытынан алда туҡтатыу буйынса эш алып барыла. Комиссияның Урал аръяғы халҡы менән берлектәге эш дауам итәсәк.
Ведомство-ара комиссия ултырышы район хакимиәтендә үтте. Унда урындағы халыҡты, экоактивистарҙы, ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусыларҙы һәм күҙәтеү ведомстволары етәкселәре саҡырылды. Сара барышында ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу өлкәһендә мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. Тәү сиратта, алтын табыусы предприятиелар артынан контроль көсәйтелә. 26 ғинуарҙан федераль үҙәк тә компанияларға ер аҫтын геологик өйрәнеүгә лицензия биреүҙә мораторий индергәйне
Был ҡарар менән ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар риза түгел. Улар урындағы халыҡ та файҙа алыу мөмкинлегенә эйә тип ышандыра. Әммә баймаҡтар тәҡдимде кире ҡаҡты.
Ведомство-ара комиссия ултырышында урындағы экоактивистарға ла һүҙ бирелде. Улар ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар эшмәкәрлегенең туранан-тура шаһиты. Ауыл халҡы комиссия алып барған эшкә рәхмәт белдерҙе.
Артабан ведомство-ара комиссия эше Ишмырҙа ауылында дауам итте, унда ла граждандар сходы булды. Урындағы халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирелде. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса биләмәлә ер аҫтын эшкәртеү мәсьәләһе былтыр көҙҙән ведомство-ара комиссия контролендә булды. Һөҙөмтәлә конструктив ҡарар табылды - ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар, «Бураган» менән «Евразия тау сәнәғәте» компаниялары ерҙе эшкәртеүҙән баш тартырға ҡарар итте. Һөҙөмтәлә, Ишмырҙа ауылы эргәһендә яңы эшкәртеүҙәр алып барылмаясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина