Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль объекттар һәм юл инфрастуктураһын төҙөкләндереү һәм тергеҙеүҙең икенсе миҙгелен башланы. Республика быйыл барлығы 57 объектты төҙөкләндерергә һәм 29 саҡрым юл һалырға иҫәп тота. Башҡортостан юлсылары әле Красный Луч менән күрше Вахрушев ҡалаһын тоташтырған юлды яңырта. Эш барышын БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте
Ҡайнар асфальт, көслө ҡулдар һәм берҙәм коллектив. Башҡортостан юлсылары икенсе миҙгел Красный Луч районы биләмәһендә юлдарҙы төҙөкләндерә. Хеҙмәткәрҙәр араһында Салауат районынан Илшат Мөхәмәтйәров та бар. Яҡташыбыҙ ҡулына көрәк тотоп еңеүҙе яҡынайтыуына ышана.
Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан егетәренән татыу коллектив тупланған. Донбасс ерендә уларҙың күбеһе бер нисә вахта дауамында эшләй.
Юлға асфальт тулыһынса яңынан түшлә. Материал менән ҡытлыҡ юҡ. Эргәлә генә Башҡортостандан килтерелгән асфальт-бетон заводы эшләй.
Красный Лучты күрше Вахрушев ҡалаһы менән тоташтырған юл ни бары 8 саҡырым. Һуңғы тапҡыр бында яңы асфальт 1989 йылда түшәлгән. Урыны менән иҫке юл ҡатламы туҙанға әйләнгән, ә юлда тәрән-тәрән соҡорҙар ғына ҡалған.
Башҡортостан менән Красный Луч араһында ҡул ҡуйлған килешеү буйынса быйыл төбәктә 29 саҡырым юл ремонлау ҡаралған.
Юлдарҙан тыш Башҡортостан төбәктә украина фашистарының һөжүме һөҙөмтәһендә зыян күргән торлаҡ, социаль-мәҙәни учреждениеларҙы тергеҙеү һәм төҙөкләндереү эштәрен дә алып бара. Планға быйыл барлығы 57 объект ингән.
Башҡортостан, Украина фашистарынан зыян күргән туғандаш халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙа. Донбассҡа дуҫлыҡ юлы һалына.
Рафиҡ Әхмәтшин