«Роснефть» составындағы «Башнефть» урындағы электр станциялары менән электр энергияһын етештереүҙе 3 миллион киловатҡа арттырҙы. Компания хәбәр итеүенсә, яғыулыҡ өсөн файҙаланылған нефть газы күләме 3 тапҡырға артҡан. Бер нисә тиҫтә йыл элек нефть менән ҡуша сыҡҡан эйәрсән продукттар факелдарҙа яндырылһа, әле “Башнефть-Табыш” уларҙы 96,2 процентҡа файҙалы ҡуллана.