Башҡортостан һәм Иран хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Нефть һәм  газ химияһы, геофизика,  нефть ҡорамалдары етештереү, балалар өсөн тауарҙар  сығарыуҙа  бәйләнештәр нығына.  Иранда  халыҡ-ара  форумда ошондай  мөмкинлектәр тураһында  белдерелде.  Ислам дәүләте  компаниялары  менән  300-ҙән ашыу һөйләшеү уҙғарылды. Иран менән хеҙмәттәшлек Башҡортостанда өсөн  мөһим тышҡы  иҡтисади йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала, тип  белдерҙе Вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры  Александр Шельдяев.