Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студент ҡаласығында лабораториялар асыла

Кампус Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Әле биләмәлә IQ-парк төҙөлә. Бында Өфө фән һәм технологиялар университетының 7 ғилми-мәғариф һәм тикшеренеү үҙәге була. Ғалимдар наноэлектроника, генетика, биоинженерия йүнәлештәрендә эҙләнеүҙәр үткәрә аласаҡ. IQ-паркта шулай уҡ Студент эшҡыуарлығы һәм Технологиялар үҙәктәре эшләй. Бөтә лабораториялар заманса йыһазландырыла һәм тейешле ҡорамалдар ҡуйыла. IQ-парк йыл аҙағында асыла.