Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан ферманы Владимир Григорьев ойошторған. Ул бер нисә йыл дауамында хужалыҡ асыу тураһында хыялланған һәм 2022 йылда инвест проект менән ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән, тип яҙа үҙ сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров.
5 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан хужалыҡта 4 цех бар -инкубация, селбәрәләр, тауар балыҡ һәм ҡышлатыу цехтары. Бикре селбәрәләрен үрсетеүсе ферма йыл әйләнәһенә ыуылдырыҡ алыу мөмкинлегенә эйә. Ул экологик компенсация саралары программаһы буйынса Башҡортостанда берҙән-бер бикре балығын үҫтергән хужалыҡ. Экология министрлығы менән дәүләт килешеүе буйынса эшҡыуар былтыр Волга йылғаһына 65 мең уҡбалыҡ селбәрәһен сығарған. 2023 йылға Ағиҙел менән Волгаға уларҙы 300 меңдән ашыу ебәреү планлаштырыла. «Ғаилә фермаһы» программаһы буйынса эшҡыуар Ыҡ йылғаһында хужалыҡ ойоштороп, йылына 20 мең тонна бикре тауар балығы һәм 150 килограмм ҡара ыуылдырыҡ алырға ниәтләй, тип билдәләгән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.