Дәүләт программаһы сиктәрендә Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәрендә капиталь ремонт эштәре башланды

Милли проекттар ғәмәлдә. «Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау» федераль программаһы буйынса Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы менән 1-се мәктәбендә, шулай уҡ райондың Ниғәмәт, Беренсе Төркмән ауылдары белем усаҡтарында капиталь ремонт эштәре башланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡаланың беренсе һанлы мәктәбе 1992 йылда үҙ ишектәрен аса. Бинала быға тиклем күләмле ремонт эштәре башҡарылмай. Федераль программа ярҙамында белем учреждениеһы тулыһынса тиерлек яңырыу кисәрәсәк. Апрель айының тәүге яртыһында подрядсы ойошма эш башлай. Мәктәптең ҡыйығы тулыһынса һүтелде, беренсе ҡатында стена түшәмдәр һыҙырылды.Бер рәттән шулай уҡ иҙән, электр селтәрҙәрен алыштырыу эштәре бара.

4 лицейҙа башҡа мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә ремонт эштәре өлөшләтә башҡарыласаҡ. Иҙәндәргә керамогранит түшәү, ишектәрҙе яңыртыу һәм электр лампаларын замансаға алыштырыу ҡаралған .

Белем усаҡтарының ихата алдарында ла төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Биләмә алдына асфальт япмаһы түшәләсәк,яңы ҡоймалар ҡуйыласаҡ. Барлыҡ эштәрҙе яңы уҡыу йылына тамамлау күҙ уңында тотола. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылды Мәғарифты үҫтереү милли проектының «Мәктәп системаһын модернизациялау» федераль программаһы сиктәрендә Баймаҡ районының 2 белем усағы яңы һулыш алды.

Раушания Рәхимова