Тарихи әйберҙәр, ҡул эштәре күргәҙмәһе, ҡала урамдары буйлап сәйәхәт һәм башҡалар. Күләмле акцияға республиканың йөҙҙән ашыу музейы һәм мәҙәниәт учреждениелары ҡушылды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Рәсәйҙә үткән ҙур акцияларҙың береһе - «Музейҙар төнө»нә Башҡортостан 13-сө йыл рәттән ҡушыла. Ғәҙәттәгесә, был төндә ҡыҙыҡлы яңы күргәҙмәләр асыла, мауыҡтырғыс квест, балалар өсөн уйындар, төрлө экскурсиялар, йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре, концерт программалары үтә.
Ҡала тарихы - уның урамдарында. «Өфө ҡалаһы тарихы музейы» экскурсияларҙы экспонаттар залында ғына түгел, баш ҡала урамдарында үткәрҙе. Шулай уҡ учреждениела теүәл бер йыл элек старт алған «Өфөнөң 450 йыллығына 450 предмет» акцияһы дауам итә. Теләгән һәр кем баш ҡалаға бәйле экспонаттарҙы музей фондына тапшыра ала. Акцияға бөгөн ҡушылыусылар ҙа булды. Музей фонды 1920 йылғы янғын һүндереүсе шлемы, үлсәү, Совет заманындағы уйынсыҡ теген машинаһы, сәс киптергес менән тулыланды.
Сәғәт киске алтыла старт алған акция Башҡортостандың төп музейында ла үтте. Бында сувенир продукцияһы йәрминкәһе, тиҫтәнән ашыу оҫталыҡ дәресе ойошторолдо, интеллектуаль уйында ҡатнашып, белемеңде тикшереү мөмкинлеге лә булды.
Музейға ҡомартҡы бүләк итеү матур йолаға әүерелеп бара. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Марат Яҡупов үҙе үргән ике ҡамсыны тапшырҙы.
Тарихи экспонат бүләк итеүселәр ҙа буш ҡул менән ҡайтманы. Улар киләһе акцияға тиклем Башҡортостандың Милли музейы экспозицияларын бушлай ҡарай ала.
14 йәшкә тиклемге балалар «Музейҙар төнө»нә бушлай инһә, башҡалар өсөн инеү хаҡы 100 һум тип билдәләнгән. Милли музейҙа йыйылған аҡса Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортона ебәреләсәк.
Әлфинә Килдейәрова