Был юлы уны республика эшҡыуарҙар берлеге туплаған. Яугирҙар йөктө тиҙерәк бушатырға ашыға. Техниканы подразделениеларҙа көтәләр. Алғы һыҙыҡта бигерәк тә алмаш тәгәрмәстәргә ихтыяж ҙур.
Шайморатов батальонының «Бик» ҡушаматлы яугиры махсус операция биләмәһендә бер йыл самаһы. Республиканың ярҙамын тойоп эш итәбеҙ,- ти ул.
Башҡортостандың Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле батальондарына күсмә миномет ҡуйыу өсөн «Урал» автомобилдәре әҙерләнгән. Кузовтағы өҫтәмә броня яугирҙарҙы мина ярсыҡтары һәм пуляларҙан һаҡлай.
«Әхиәр» ҡушаматлы яугир Доставалов батальонының миномет взводында хеҙмәт итә. Республика ебәргән ҡеүәтле машиналар хәрби бурысты еренә еткереп үтәргә мөмкинлек бирә ти һалдат.
Гуманитар ылауҙа шулай уҡ, халыҡта «буханка» тип йөрөтөлгән «Уаз» һәм « Уаз -патриот» пикап автомобилдәре бар. Алғы һыҙыҡта улар ҡорал комплекты ташыу һәм яралыларҙы эвакуациялау маҡсатында ҡулланыла. Техника Башҡортостан халҡы һәм эшҡыуарҙар ярҙамында тупланған. Архангел , Ҡырмыҫҡалы районы йүнселдәре, ирекмәндәр Шайморатов батальоны өсөн айырым ылау әҙерләгән. Унда позицияларҙы нығытыу өсөн ҡулланылган төҙөлөш материалдары, төрлө ҡорамалдар һәм яугирҙарға шәхси посылкалар бар.
Юлыбыҙ республиканан мобилизацияланған ир-егеттәрҙән төҙөлгән мотоуҡсылар полкы позицияларына илтә.
Яҡташтарыбыҙ беҙҙе позицияларына яҡын урында ҡаршы алды. Ҡыҫҡаса сәләмләшеүҙән һуң, йәнә юлға. Алда тағы бер нисә тиҫтә саҡрым. Хәлит ҡушаматлы яугирҙы үҙебеҙ менән алабыҙ. Сәфәр әңгәмә менән дауам итә.
Мотоуҡсылар полкының төп өлөшө Башҡортостан яугирҙарынан тора. Егеттәр берҙәм, иңгә төшкән йөктө бергәләп тартабыҙ, ти улар.
Хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып, яугир яташтарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа үтеүҙән тыйылып торорға кәңәш итте. Яңыраҡ ҡына ҡораллы бәрелештәр тынған Северодонецк ҡалаһында туҡталабыҙ. Ҡара һөрөмгә мансылған, харабалар Украина фашистарының ҡанһыҙлығына өнһөҙ шаһиттар.
Дошмандың тыныс халыҡты ҡалҡан итеп ҡулланыуына торлаҡ кварталында йәшеренгән был танк асыҡ дәлил. Беҙҙең ғәскәр уны мәңгелеккә туҡтатҡан, әммә ул үҙенең ҡара эшен эшләп өлгөргән.
Ҡанлы бәрелештәрҙең тере шаһиты, урындағы халыҡ. Улар әкренләп йәшәгән йорттарына ҡайта башлаған. Һыу һәм электр селтәрҙәре трегеҙелгән, тимәк, йәшәргә мөмкин,- ти улар.
Ут һыҙығы әле Северодонецк ҡалаһынан ситтә. Әммә алыҫта туптар гөрһөлдәүе асыҡ ишетелә. Шул тирәлә дошманға ҡаршы Башҡортостан егеттәре тора.
Лариса Самохвалованың сабый сағы ҡамауға алынған Ленинград ҡалаһында үткән. Ауыр мәлдә атайым Балтик флотында хеҙмәт итте, әсәйем фронт өсөн бушлат текте, бейәләйҙәр бәйләне тип хәтерләй оло йәштәге ҡатын. Әле ул хәрби бәрелештәр ветераны. «блокадалы Ленинградта йәшәүсе « миҙалы менән бүләкләнгән. Былтыр Лариса Григорьевна Башҡортостан шифаханаларының береһендә ял иткән. Республика һәм уның күп милләтле халҡы тураһында ветеран бик яҡшы фекерҙә. Башҡортостан ирекмәндәре менән әңгәмә барышында Лариса Самохвалова, Рәсәй Донбасты ҡанаты аҫтына алғас йәшәүгә өмөт уянды тип билдәләй.
Петровское ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбендә лә киләсәккә өмөт ҙур. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының күбеһе юғары белемде Башҡортостанда алырға ниәтләй.
Белем усағы Башҡортостан көсө менән 2022 йылдың 1 сентябренә төҙөкләндерелгәйне. Заманса шарттарҙа тәүге уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша.
Республика эшҡыуарҙар берлеге ирекмәндәренең Донбасс ерендәге осрашыуҙары тамамланыуға Башҡортостандан йәнә бер ылау юлға сыҡты. Ике мең саҡрым самаһы юл үтеп республика халҡы туплаған ярҙам тейешле урынға барып етте.
Яңауылдар ҙа яугирҙары янында. Улар мобилизацияланған һәм ирекле батальондарҙа хеҙмәт иткән яҡташтарына иң кәрәкле әйберҙәр килтергән. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов та Ватан һағына баҫҡан егеттәрҙең хәлен белешеүҙе мөҡәддәс бурыс тип иҫәпләй.
Ғафури районынан әле йөҙҙән ашыу кеше махсус хәрби операция биләмәһендә. Уларҙың ҡулында ҡорал, күңелендә еңеүгә ныҡлы ышаныс. Фашистар менән көрәш алып барған ир-егеттәргә район халҡы дәррәү ярҙам күрһәтә.
Ҡеүәтле автомобилдәр йәнә юлда. Был юлы сәфәр Салауат Юлаев исемендәге батальон позицияларына.
Салауат Юлаев батальоны иңенә төшкән төп бурыс азат ителгән биләмәларҙә тәртип урынлаштырыу һәм йәмәғәт именлеге тәьмин итеү .Әлбиттә, бандерасыларҙың йәшерен ячейкаларын да асыҡларға тура килә.
Алғы һыҙыҡтың үҙ тәртибе. Бында фронт радиоһы ла эшләй. Яугирҙарға яҡындарының сәләме эфир аша еткерелә.
«Мага» ҡушаматлы яугир батальон ашнаҡсыһы. Ул көнөнә өс тапҡыр соляркала эшләгән махсус ялан мейесендә ашарға бешерә. Рацион калорияға бай. Башҡортостан батальонды аҙыҡ-түлек менән дә даими тәьмин итә.
Был юлы ла батальонға иң кәрәкле әйберҙәр килтерелде. Хәрби хеҙмәтте еренә еткереп башҡарыу өсөн республиканың ярҙамын тойоу бигерәк тә мөһим тигән фекерҙә яҡташтарыбыҙ.
Утлы төбәккә гуманитар ылауҙы республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып барҙы.
Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптарының хеҙмәт вахтаһы ла дауам итә. Әле Донбаста 13-сө смена эшләй. Ирек Сәғитов фиҙаҡәрлек күрһәткән аҡ халатлыларға Башҡортостан етәкселегенең рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Ҡораллы бәрелештәргә ҡарамаҫтан, махсус хәрби операция биләмәһендә тормош дауам итә. Донбасс халҡы Рәсәй ҡанаты аҫтында яҡты киләсәккә өмөтләнеп йәшәй. Софиевский ҡасабаһындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу барышында был асыҡ күренде. Башҡортостан сабыйҙарҙың да күңелен күрҙе. Гуманитар ылау менән Донбасс балаларына уйынсыҡтар килтерелде.
Рафиҡ Әхмәтшин