Быйылғы уҡыу йылын республикала 15 меңгә яҡын ун беренсе һәм 47 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамлай. Тантаналы линейкала мәктәп менән хушлашҡан сығарылыш уҡыусылары остаздарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Алда уларҙы оло һынауҙар көтә - берҙәм дәүләт имтихандары, онотолмаҫлыҡ сығарылыш кисәһе һәм әлбиттә, һөнәр һайлау. Ҡыңғырау байрамынан тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.
Моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла ҡыңғырау сыңы мәктәп менән хушлашыу тураһында хәбәр итә. Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында һуңғы ҡыңғырау сңын ишеттереү хоҡуғың уҡыу алдынғыларына бирелде. Быйыл башҡорт гимназияһын 39 уҡыусы тамамлай.
Белем йортоноң гимнында йырланғанса, гимназия күптәр өсөн икенсе тыуған йортҡа әйләнгән. Сығарылыш уҡыусыларының күбеһе бында беренсе кластан белем ала. Уҡыу йортонда төплө белем биреү менән бер рәттән тыуған телгә һөйөү, рух ныҡлығы тәрбиләнә.
Һуңғы ҡыңғырау байрамы уңайынан «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда сығарылыш класс уҡыусылары ҡала вальсын бейене. Ҡыҙҙар һәм егеттәр парлашып, сағыу тамашала ҡатнашты. «Ватан» этнопаркында дөйөм ҡала вальсы икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Репетициялар айҙан ашыу барған, ҡала был сараға ярты йылға яҡын әҙерләнгән.
Күгәрсен районында быйыл һуңғы ҡыңғырау 90 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн яңғыраны. Ошо уңайҙан Мораҡ ауылының Башҡорт гимназияһы һәм беренсе мәктәбендә тантаналар үтте. Ата-әсәләр менән талғын бейеү иң иҫтәлекле һәм моңһоу сығыштарҙың береһе булды.
Иглин районында бер меңдән ашыу сығарылыш класс уҡыусыһы мәктәп менән хушлашты. Иглин ауылының икенсе дөйөм белем биреү мәктәбенең юбилейлы 20-се сығарылыш уҡыусылары араһында уҡыу йортон миҙалға тамамлаусылар ҙа бихисап.
Баймаҡ районында быйыл 11 класты 191 уҡыусы тамамлай.Ҡасандыр ҡыйыуһыҙ ғына белем усағы ишектәрен асҡан малайү-ҡыҙҙар өсөн бөгөн класташтарынан да яҡыныраҡ кеше юҡ. Мәктәптәге тантаналы линейканан һуң, уҡыусылар үҙәк майҙанға йыйылды. Баласаҡтың һуңғы вальсын улар бергәләп әйләнде.
Алда уҡыусыларҙы етди һынау - берҙәм дәүләт имтихандары көтә, уның һөҙөмтәләре буйынса егеттәр һәм ҡыҙҙар юғары уҡыу йортон һайлай. Оло тормош юлына баҫасаҡ сығарылыш класс уҡыусыларына уңыштар теләргә генә ҡала.
Лилиә Мәҡсүтова