Йолаға әйләнгән сара төбәктә 10-сы тапҡыр үткәрелә. 26 майға тиклем барасаҡ тематик аҙнаны эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттары, йәмәғәт ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары булышлығында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойоштора. «Эшҡыуарҙар аҙналығының» беренсе көнө хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Бер аҙнаға Өфөгә йыйылған 500-гә яҡын йүнселдең 18-е генә «Бизнес-Уңыш» милли эшҡыуарлыҡ премияһында үҙ проекттарын яҡлай. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эс кейемдәре тегеү, спорт йыһаздары етештереү, ҡул эштәре оҫтаханалары һәм башҡалар. Эшҡыуарлыҡ премияһының төбәк этабы еңеүселәре Мәскәүҙә үтәсәк бәйгелә ҡатнашыуға хоҡуҡлы. Былтыр ил кимәлендәге сарала Башҡортостан эшҡыуарҙары үҙ идеяларын яҡлап, «Интернет проект» номинацияһында беренсе урынға өлгәшкәйне. Был юлы ла юғары маҡсаттар ҡуйылған.
Тематик аҙнала дәүләт органдары, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү институттары вәкилдәре, билдәле бизнесмендар һәм федераль эксперттар тиҫтәләгән лекция, оҫталыҡ дәрестәрен үткәрәсәк. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бизнес, телефон ҡушымталары, инвестициялар баҙары, дәүләттән ярҙам алыу буйынса уҡыуҙар ойошторолдо. Майҙансыҡтарҙың ҡайһы берҙәрендә ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе күберәк йәлеп итеү маҡсатында онлайн-трансляциялар ҡаралған. Улар буйынса мәғлүмәтте эшҡыуарлыҡ берләшмәләренең социаль селтәрҙәрендә табырға мөмкин.
Элеккеләренән айырмалы, 10-сы «Эшҡыуарлыҡ аҙналығы» Өфөлә генә түгел, муниципалитеттарҙа ла ойошторола. Урындағы хакимиәт вәкилдәре йүнселәр менән осраша, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарай. Баш ҡалала эшләгән майҙансыҡтарҙа төрлө килешеүҙәр ҙә төҙөлдө. Уларҙың береһе Башҡортостандың Фәндәр Академияһы менән. Ғалимдар баҡсасылыҡты үҫтереү, ошо йүнәлештә эшҡыуарлыҡ эшен алып барырға булышлыҡ итәсәк.
«Эшҡыуарлыҡ аҙналығы» Сибайҙа тамаланасаҡ. 25 майҙа унда «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы сиктәрендә Икенсе Төбәк-ара бизнес-шерифтар форумы, 26 майҙа стратегик сессия һәм «Global Management Challenge» Кубогы финалы үтәсәк.
Әлфинә Килдейәрова