Бөгөн Башҡортостан магазиндарында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйыла

Төбәк кимәлендә ҡабул ителгән закон мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау ойошторолоуға бәйле. «Хәүефһеҙ республика» акцияһы сиктәрендә Халыҡ фронтының йәш активистары талаптарҙың үтәлеше буйынса мониторинг уҙғара. Быға тиклем улар Өфөлә бәлиғ булмағандарға һыра һатыу осраҡтарын теркәгәйне.

Октябрь Проспекты, 180/1 һәм Рәсәй урамы, 162а йорттарында урынлашҡан кибеттәрҙә үҫмер бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ алкоголле продукция һатып алған, паспортын һораусы булмаған. Осраҡ буйынса ике магазинға хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре саҡыртылды, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар сығарыласаҡ.

«Алкоголь продукцияһы әйләнешен көйләү тураһындағы» федераль законға ярашлы, ҡала һәм ҡала янындағы йәмәғәт транспортында, уның туҡталыштарында һәм автозаправка станцияларында алкоголь һатыу тыйыла. Дөйөм туҡланыу урындарында ғына мөмкин. Беҙҙең осраҡта иһә Октябрь Проспектындағы туҡталышта ғәҙәти магазин урынлашҡан. Тап бында бәлиғ булмаған балаға спитрлы продукция һатылды.

Рөстәм Сәләхетдинов, Башҡортостанда халыҡ фронтының йәштәр хәрәкәте координаторы