23 май иртәнге сәғәт алтыла Өфөнөң Колгуев урамы участкаһы ябыла

Транспорт хәрәкәтенең сикләнеүе Киров һәм Дим райондарында һыу үткәргес һалыуҙың сираттағы этабы башланыуы менән бәйле. Был Өфөнөң Ағиҙел аръяғында инженер селтәрҙәре төҙөү буйынса күләмле проекттың бер өлөшө. Эштәр уҡыу йылы аҙағына тиклем махсус рәүештә кисектерелеп торҙо. Подрядсы ойошма ваҡытты ҡыҫҡартыу өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.