Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең һаулығы ентекләп тикшерелә, ниндәй ҙә булһа сирҙәре булғандар хеҙмәт итергә ебәрелмәй. Хәйбулла районынан йыл һайын 100-ҙән ашыу егет Ватан алдында хәрби бурысын үтәргә саҡырыла.
Ошо көндәрҙә хәйбуллалар район хәрби комиссариатынан буласаҡ һалдаттарҙың икенсе төркөмөн оҙатты. Республиканан хәрби хеҙмәткә саҡырылған ир-егеттәр илдең бөтә төр ғәскәрҙәрендә лә хеҙмәт итәсәк. Улар махсус хәрби операцияға ебәрелмәй. Яҙғы саҡырылыш кампанияһы15 июлгә тиклем дауам итә.