Сара йылғанан ағып төшөү буйынса ялды үҙ итеүселәрҙе Бөрйән ерлегендә берләштерҙе. Был республикала һыу туризмының йәйге миҙгеленә старт бирҙе. Үҙенсәлекле ял төрөн беҙҙең ижади төркөм үҙендә һынап ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Ошондай яңғырауыҡлы оран менән йылғанан ағып төшөү башлана. Сәғәт иртәнге 10. Экстремаль спорт төрөн һөйөүселәр һуңғы әҙерлек эштәре менән шөғөлләнә: кәрәкле әйберҙәрен барлай, ҡотҡарыу жилеттарын кейә. Тәртипте көйләү инструкторҙар яуаплылығында.
Оҙаҡҡа һуҙмай, туристар һалдарға ултырыша. Алда 18 саҡрымлыҡ һыу юлы. Кейекбай ауылы янындағы ҡая янында башланғыс нөктә булһа, яҡынса 6 сәғәттән Шулгәнташ мәмерйәһенә ағып төшөргә тейешбеҙ. Бындағы Ағиҙел ағымы тыныс. Ә бына йылғала пираттар булыуын инструкторҙар беҙҙән йәшергән.
Беҙҙең экипаж капитанына ни бары 5 йәш. Рома - фестивалдә ҡатнашыусы иң йәш турист. Шуға ҡарамаҫтан, йылғанан ағып төшөү тәжрибәһе ҡайһы бер өлкәндәрҙекенән дә байыраҡ.
Беҙҙең һалда ҡурай моңдары тынманы тиерлек. «Уралым», «Бөрйән егеттәре» - милли көйҙәр Ағиҙел буйын яңғыратты. Ағып төшөүҙә ҡатнашҡан башҡорт артистары өсөн дә һыу өҫтө сәхнәгә әүерелде.
Бөрйән - бәйеттәрҙә бәйән ителгән тарихи ваҡиғалар төбәге, тәбиғәт ҡомартҡыларына бай район. Һәр береһенә бәйле риүәйәттәр менән туристарҙы инструкторҙар таныштыра. Улар бында экскурсия алып барыусы ролен дә үтәй.
Борма-борма аҡҡан Ағиҙел, мәғрүр ҡаялар, тәрән мәмерйәләр, саф һыулы шишмәләр- хозур тәбиғәт ҡосағында һыйынып ултырған Бөрйәнде күптәр тәүгә күрергә килгән.
Үҙенсәлекле сәйәхәтте «Капова тур» турбазаһы ойоштора. Уның етәксеһе Урал Хәлиуллин ҡасандыр үҙе инструктор ролендә булып, бөгөн шул йүнәлештә бизнес булдырған.
Тормош мәшәҡәттәренән арынып, тәбиғәт ҡосағында ял итеү һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә. Был сәйәхәт тә фестивалдә ҡатнашыусылар хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
Рәзилә Ғиниәтуллина