Был турала арт-объект авторы Олег Чегодаев хәбәр итте. -966 көн буйы ул тәбиғәттә һәр бөжәктең мөһим икәнлеген, энцефалиттан прививка эшләтергә кәрәклеген иҫкә төшөрөп торҙо, - ти ул. Талпан һыны элекке урынында тергеҙелә. Ул 2020 йылдың сентябрендә Мостай Кәрим урамындағы ихатала урынлаштырылды. Һәйкәл көмөштән ҡойолған.