Сит илдәр менән бәйләнештәр өҙөлөүгә ҡарамаҫтан, «Газ. Нефть.Технологиялар» форумы географияһы киңәйә. Быйыл Рәсәйҙең энергетика өлкәһендәге иң күләмле бишәү исемлегенә ингән сарала Ҡытай, Иран, Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан вәкилдәре лә ҡатнаша.
Ғөмүмән, 23 майҙан 26 майға тиклем үтәсәк форум барлыҡ рекордтарҙы ла уҙҙырыр тип көтөлә. Сөнки ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып быйыл форум сиктәрендәге күргәҙмә асыҡ һауаға сығарылды. Хатта өҫтәмә павильондар ҙа төҙөлгән. Унда өс йөҙҙән ашыу компания һәм предприятие үҙҙәренең нефть, химия һәм газ өлкәһендәге ҡаҙаныштарын ҡуйған. Шуларҙың һикһәне Өфөлә уҙғарылған форумда тәүгә ҡатнаша. Радий Хәбиров күргәҙмә сиктәрендә «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең сәнәғәт майҙансығын, яңы газүткәргес һәм зәңгәр яғыулыҡ ҡойоу станцияһын сафҡа индереүҙә ҡатнашты.