Радий Хәбиров «Башспирт» акционерҙар йәмғиәтенең Булгаков ауылындағы филиалында булды

Компания Рәсәйҙә көслө алкоголь етештереүсе ете предприятие иҫәбенә инә. Продукция илдең 84 төбәгенә оҙатыла. Бынан тыш, компания тауарҙары Ҡаҙағстан, Белоруссия, Әрмәнстан һәм Әзербайжан баҙарҙарында һата башлай. «Башспирт» республиканан ситтә сауҙа итеүҙе артабан да арттырырға, эсемлектәрҙең яңы төрҙәрен сығарыуҙы үҙләштерергә һәм ассортиментына ребрендинг үткәрергә ниәтләй.

Радий Хәбиров предприятиеның етештереү цехтарын, ҡойоу линияһын һәм әҙер продукция келәтен ҡараны. Булгаков ауылында филиал төҙөүгә 3 миллиард һум самаһы аҡса һалынған. Яңы производство 2023 йыл башында тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған. Йыһазландырыу кимәле буйынса уның илдә аналогы юҡ. Майҙансыҡта 340-тан ашыу кеше эшләй. Эсемлек етештереү өсөн «Башспирт» акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ филиалынан килтерелгән үҙҙәренең спирты ҡулланыла. Сеймал башҡорт игененән генә алына.

«Башспирт» шулай уҡ тәбиғи уксус етештереүсе булып тора. Компания белгестәре әйтеүенсә, ул синтетик аналогтарынан сифаты буйынса айырыла.

Спиртлы эсемлек составына төрлө төнәтмәләр ҡушыла. Мәҫәлән, прополис, арыш икмәге төнәтмәләре ҡаты тәм бирә, йөҙөм киреһенсә йомшарта.

Егор Магомедов, спиртлы эсемлек әҙерләү участкаһы мастеры вазифаһын башҡарыусы