Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Хәрбиҙәрҙе тантаналы ҡаршы алыу сараһы «Өфө - Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса яугирҙарҙы ялға ҡайтарыу һәм кире алып барыу өсөн махсус автобустар бүленгән. Ике аҙна ял иткәндән һуң ир-егеттәр йәнә хәрби хеҙмәткә юлланасаҡ.