Өфөнөң Колгуев урамының бер өлөшө ябылды

Транспорт хәрәкәтенең сикләнеүе Киров һәм Дим райондарында һыу үткәргес һалыуҙың сираттағы этабы башланыуына бәйле. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Калгуев урамына бетон блоктар ҡуйыу иртәнге сәғәттәрҙә башланды. Хәҙер «Президент Отель» ҡунаҡханаһынан Өфө йылғаһы аша күпер, йәки Кузнецов Затонына тура юлдан үтеп булмай. Был Өфөнөң Ағиҙел аръяғына инженер селтәрҙәрен төҙөү, Киров һәм Дим райондарын һыу үткәргес менән тәьмин итеү буйынса кәрәкле сара.

Һыу торбаларын Киров районынан Дим районына тиклем һуҙасаҡбыҙ. Коммуналь селтәрҙәр юл аҫтынан үтә, шуға күрә юлды ябырға тура килә.

Азамат Халиҡов, бетонсы

Төҙөлөш апрелдә башланырға тейеш ине, ләкин Өфө ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев мәктәп уҡыусыларына уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү һәм уҡыу йылын тамамларға ваҡыт биреү өсөн кисектереп тороуҙы һорағайны. Бетон блоктарҙы күреп боролорға теләмәүселәр ҙә юҡ түгел. Ләкин ҡағиҙәне боҙоусылар өсөн экстремаль ҡарарҙар эҙемтәһеҙ үтмәй.

Автомобилдәр ағымы Бородинская, Пугачев һәм Сочи урамдарына күсә. Йәмәғәт транспорты схемаһы ла үҙгәртелгән.

Бөгөндән урау юлдан йөрөй башланыҡ. Геологтар, Геофизиктар урамы, унан һуң Дуҫлыҡ монументы аша үтәбеҙ ҙә «МВД» туҡталышына сығабыҙ.

Радик Хәлилов, автобус водителе

Һыу торбаларын һуҙыу ике этапта башҡарыла. Әле Пугачев урамы, 52-се йорттан Баҡы урамындағы 18В-се йортҡа тиклем арауыҡта юл ябылды.

Әлфинә Килдейәрова