Хакимиәт, подрядсы ойошма вәкилдәре, ҡала советы депутаттары өфөлөләр менән осрашты. Күрше бинаны төҙөгәндән һуң ер аҫты һыуҙары юлдары үҙгәреп, нигеҙҙе өлөшләтә йыуған һәм арка емерелә башлаған. Уның аша үтеп йөрөү хәүеф тыуҙыра. Әле тарихи ҡомартҡыны һаҡлау мәсьәләһе ҡарала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, биләмәне яңыртыу өсөн баш ҡалала йәшәүсе халыҡ күпселек тауыш биргән. Баҡсаны төҙөкләндереү «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.Тарихи аллея, күл яры, әҙәби ҡунаҡхана, ваҡиғалар, балалар, скейт майҙандары, асыҡ һауалағы китапхана, төрлө кимәлдәге бәүелсәктәр - былар бөтәһе лә яңыртылған Аксаков баҡсаһында барлыҡҡа киләсәк.