Өфөлә «Бизнес-Уңыш» Милли эшҡыуарлыҡ премияһы еңеүселәре билдәләнде

Сара «Эшҡыуарлыҡ аҙналығы» сиктәрендә үтте. Проекттар конкурсында 18 эшҡыуар ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараны. Премия символы «Алтын домкрат» статуэткаһы 9 номинацияла еңеүсе йүнселәргә тапшырылды. Улар киләһе йыл Мәскәүҙә үтәсәк конкурста сығыш яһай аласаҡ. Бөтә Рәсәй «Бизнес-Уңыш» Милли эшҡыуарлыҡ премияһы 2011 йылдан алып үткәрелә, ошо ваҡыт эсендә йөҙләгән эшҡыуар аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән.

Бындай конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам һәм номинация еңеүсеһе булырмын тип көтмәгәйнем. 30 йыл, һатыу һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләйем. жюри ағзалары беҙҙең проектты килемле тип баһаланы.

Олег Ғималетдинов, эшҡыуар, «Һатыу һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендәге иң яҡшы проект» номинацияһы еңеүсеһе