Өфөләге комплекслы төҙөлөш һәм Нефтекама үҫешенә бәйле һорауҙар Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында үткән «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә ҡаралды. Бар проекттар ҙа инфраструктура бюджет кредиттары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Заем 3 процент ставкаһы менән 15 йылға тиклем бирелә. 2022 йылда мәҫәлән, 20 миллиард һумға яҡын федераль аҡса йәлеп ителгән. 5 миллиард ярымы төҙөлөш компаниялары тарафынан тотонолған.
Өфө менән Нефтекамала 2023 йылдың беренсе кварталында 14 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлөшө тамамланған. Ике ҡаланың да инфраструктура бюджет кредиттарының йыллыҡ планы 124 меңгә яҡын квадрат метр майҙанды тәшкил итә. Өфө һәм Нефтекама хакимиәте етәкселәре фекеренсә, билдәләнгән эштәрҙең динамикаһы маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек бирә.