Программаны тормошҡа ашырыуға яҡынса 744 миллион ярым һум аҡса бүленгән. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәләп үтте. Программа буйынса тәүгеләрҙән булып тапшырылған подъездар ҙа бар. Комплекслы ремонт барышы һәм һөҙөмтәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнөң Октябрь Проспектында урынлашҡан йорт подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһына эләккән. Төҙөлөш эштәре 5 майҙа башланған, подрядсы компания милекселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып килешеү төҙөгән. Маҡсат бер - ҡырҡ йыл элек нигеҙ һалынған ун ике ҡатлы торлаҡ подъезын заман талаптарына ярашлы яңыртыу. Фатир хужалары билдәләүенсә, бында ремонт күптән талап ителгән.
Подрядсы ойошма 15 июнгә тиклем төҙөкләндереү эштәрен теүәлләргә ниәтләй. Подъезда почта йәшниктәре, яҡтыртыу ҡоролмалары ла яңыртыла. Кабелдәрҙе тәртипкә килтереп йәшереү ҡаралған. Комплекслы эш башҡарыла.
Подъезд ремонтына тиклем торлаҡта лифттар ҙа яңыртылған булған. Торлаҡтағы үҙгәрештәр бының менән генә сикләнмәй.
Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр өсөн тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға. Бинаның фасады ла йылытылып, заманса төҫ аласаҡ. Килешеү буйынса төҙөкләндереү эштәре ноябрь аҙағында тамамлана. Әммә төҙөүселәр графиктан алда бара, объектты бер айҙан тапшырырға ниәтләй.
Подъездарҙы комплекслы ремонтлауға килгәндә, республика программаһы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2019 йылда старт алғайны. Ошо ваҡыт эсендә төбәктә яҡынса 7 мең ярым подъезд ремонтланған. Быйылғы планды ла уңышлы үтәү бурысы ҡуйылған.
Әлегә Башҡортостанда 272 подъезда ремонт ойошторолған.
Милекселәр төҙөкләндереү барышын күҙәтеп кенә ҡалмай, эштәрҙе ҡабул итеүҙә лә ҡатнаша - етешһеҙлектәр юҡ ителмәйенсә, актҡа ҡул ҡуйылмай. Быйыл тәүгеләрҙән булып Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан йорттарҙа ремонт тамамланған. Дөйөм алғанда, программаға ингән подъездар йыл аҙағына тиклем заманса төҫ алырға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина